Праздник осени
Октябрь 29, 2023
Просмотров: 16
“Эш бөткәс,уйнарға ла ярай”-ти, халыҡ мәҡәле.Көҙгө уңышты йыйып алып бөткәс, беҙҙә лә башланғыс класс уҡыусылары өсөн уңыш байрамы гөрләп үтте.Көҙ темаһына бәйле төрлө уйындар уйнап, шиғырҙар һөйләп, күңелле йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр башҡарып күңел асты балалар.Уҡыусыларымдың әсәләре лә буш ҡул менән килмәне-аҡ бойҙай ононан бешерелгән пирогтар, бәлештәр, торттар биҙәне өҫтәлде.Байрам тәмле сәй табыны артында тамамланды.